Өфөнөң Инорс биҫтәһендә спортсыларҙы Олимпия уйындарына әҙерләү өсөн инфраструктура булдырыла

Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, ишеү слаломы буйынса спортсы Алһыу Минәзева киләһе Олимпиадаға Өфөлә әҙерлек үтә ала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Руслан Хәбибов белдереүенсә, республикаға федераль ҡаҙнанан сығымдар бүленә. 450 миллион һумдан ашыу аҡса Аврора урамында урынлашҡан Гимнастика үҙәге төҙөлөшөнә бирелгән. Әле рапирасылар үҙәген төҙөү планлаштырыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе йылда республикала футбол манежы асыла. Павильон Өфөнөң  Комаров урамында “Нефтсе” стадионы янында төҙөлә. Унда балалар һәм өлкәндәр шөғөлләнә ала.