Благовещен ҡалаһында пластик шешәләрҙе эшкәртеү цехы төҙөлә

Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. Завод 90-сы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан "Биохимкомбинат" биләмәһендә урынлаша. Йылына 13 тоннаға тиклем  сеймал эшкәртелә. Завод быйыл төҙөлә башлай, 2028 йылда файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.