Хеҙмәтләндереү сифаты буйынса халыҡ-ара кимәлгә сығабыҙ. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Ошо көндәрҙә "Өфө" аэропорты 2 миллионынсы пассажирҙы ҡабул итте. Был көрсөккә тиклемге 2019 йылдағы күрһәткестән яҡшыраҡ. 2022-2023 йылдарҙа аэропорттың үҙәк майҙанын төҙөкләндереү көтөлә, тип яҙа Радий Хәбиров.