Белоретта көслө янғын. Уҙған төндө ҡалала бер юлы ике шәхси йорт янды. Ут гараж һәм мунсаға ла тоҡанып өлгөргән. Янғын һүндереүселәр сәғәт ярым самаһы ут менән көрәште. Ялҡын таңға табан ғына баҫылды.
Бәхеткә, кеше ғүмеренә зыян килдмәгән. Әле янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй.
Рафиҡ Әхмәтшин