Стәрлетамаҡта дүрт йәшлек бала 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фажиғә ваҡытында ул өйҙә әсәһе, һеңлеһе һәм ағаһы менән булған. Бәләкәс ултырғыс алып тәҙрә төбөнә менгән һәм москит селтәренә таянып осоп төшкән. Ҡыҙғанысҡа, йәрәхәттәрҙән малай шунда уҡ һәләк булған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып тәҙрәнән ҡолап төшөү һөҙөмтәһендә алты үлем осрағы теркәлгән. Тағы 17 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Әлфинә Килдейәрова