Бигерәк тә Черниковка биҫтәһе халҡынан күп һанлы мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында мәҫәлән, һауалағы зарарлы матдәләр норманан юғары күрһәткән. Бөгөн күсмә лаборатория йәнә һауа составын тикшерергә ҡала урамдарына сыҡты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Экологик контроль лабораторияһы эште бөгөн баш ҡала үҙәгенән башланы. Белгестәрҙең тикшереү өсөн Коммунистик урамды һайлауы осраҡлы түгел. Быға урындағы халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре сәбәпсе. Лаборатор тикшереүҙәрҙе иртәле-кисле алып барырға тырышала. Тап ошо мәлдәрҙә һауалағы матдәләрҙе асығыраҡ күренә.
Октябрь проспекты тамамланған урында бөгөн иркен тын алып булмаһа ла, мобиль лаборатория һауалағы матдәләрҙең нормала булыуын билдәләй. Белгестәргә мөрәжәғәт итеүсе Орджоникидзе һәм Калинин райондары халҡы йүтәл сығыуға, күҙҙәре әсетеүгә зарланған.
Стационар станциялар Өфөләге һауаны тәүлек әйләнәһенә тикшерә. Улар ҡаланың "Башнефть" предприятиеһы һәм Ҡашҡаҙан күле эргәһенә ҡуйылған.
Статистика һандары быйыл мөрәжәғәттәрҙең артыуын билдәләй. Өфөнөң быға тиклем аһ-зар ишетелмәгән Дим биҫтәһе халҡынан да шылтыратыуҙар ҡабул ителә башлаған. Ведомство әлеге осраҡҡа бәйле аңлатма бирергә ашыҡмай, яҡынса күҙаллауҙар миеннә генә сикләнә. Тикшереү һөҙөмтәләре ентекләп өйрәнелгәс, яуаплы ойошма-предприятиеға дәғүә белдереләсәк.
Азат Ғәлиуллин