Тиҙҙән бассейнға Шарандан Туймазыға йөрөргә тура килмәйәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаран районы үҙәгендә республиканың 100 йыллығы уңайынан төҙөлә башланған физкультура һауыҡтырыу комлексы төҙөлөшө яңыртылды.

2018 йылдың көҙөндә нигеҙ һалынған объект теүәл бер йылдан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булаһа ла, подрядся йошма был ваҡытты төрлө сәбәптәр менән бер нисә тапҡыр күсерә. Быйыл яҙ республика Хөкүмәте подрядсы ойошманы алыштырырға ҡарар итә һәм "Билд" йәмғиәте менән яңы контракт төҙөлә.

Уға ярашлы объектты быйыл йыл аҙағына тапшырыу планлаштырыла. Буласаҡ бинала заманса спорт залы менән дүрт юллыҡ бассейн урынлашасаҡ. Әлегә Шаран уҡыусылары аҙнаһына ике тапҡыр мәктәп автобусында Туймазы ҡалаһы бассейнына шөғөлләнергә бара. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тиҙҙән был ҡыйынлыҡтар артта ҡаласаҡ.

Гөлдәриә Йосопова