Тәтешлелә ҡаҙыныу эштәре барышында табылған тарихи-археологик объекттар һаны дүрт тиҫтәгә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был ерҙәрҙә V быуат Бахмутин мәҙәниәтенә ҡараған халыҡтарҙың йәшәүе асыҡланған. Быны ер ҡуйынында һаҡланған боронғо ауыл-ҡаласыҡ һәм ҡәберлектәр эҙҙәре иҫбатлай. Артефакт әйберҙәр ҙә етерлек. Ғалимдар фекеренсә, улар Тәтешле ерҙәрен ныҡлы өйрәнеүгә этәргес булып тора.

Тәтешле районында алып барылған ҡаҙыныу эштәре бөгөн үҙ һөҙөмтәләрен: бирә. Табылған ҡаласыҡтарҙың яҡынса һүрәттәре лә төшөрөлгән. Улар буйынса тарихи-археологик ҡомартҡының ҡайһы урынға бәйле булыуын тоҫмаллараға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин