"Өфө" исемен йөрөткән субмаринаны быйыл ноябрҙә һыуға төшөрөү көтөлә, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Хәрби диңгеҙ флоты менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Өфө ҡалаһы һыу аҫты кәмәһен шефлыҡҡа ала, унда Башҡортостандан армияға саҡырылған егеттәр хеҙмәт итәсәк.