Республикала коронавирустан вакциналау урындары адрестарын Яндекс һәм Google Карталарҙа табырға була

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, мобиль ҡушымтала “вакцинация” йәки “прививка” тигән һүҙҙәрҙе яҙғанда, эргәләге пункт күрһәтелә. Башҡортостанда 185 урында коронавирустан вакцина эшләтергә була. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәктәрендә мобиль пункттар эшләй.