Башҡортостан биатлонсылары спринтта еңеү яуланы

Ярославль өлкәһендә Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Спринтта беҙҙең республиканан Эдуард Латыпов – беренсе булды, Антон Бабиков өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән, әле Ханты-Манси автономиялы округы өсөн сығыш яһаған Петр Пащенко булды. Бөгөн биатлонсылар масс-стартта көслөләрҙе асыҡлай.