Башҡортостанда фермерҙарға 154 миллион һум бирелә

Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” проекты еңеүселәрен иғлан иттеләр. Быйыл конкурста 200 фермер ҡатнашҡан, шуларҙың 50-һе еңеүсе тип табылған. Уларға проекттарын финанслау өсөн грант тапшырыла. Былтыр “Агростартап” проектында 68 фермер еңеү яулағайны.