“Приуралье” юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында Яҡуп һәм Иҫке Ҡормаш ауылдары янында 10 километр оҙонлоҡта юлда яңы асфальт түшәлгән. Федераль трассаның башҡа участкаларында ла капиталь ремонт дауам итә. Төҙөкләндереү киләһе йылда тамамланырға тейеш.