Ете кеше билдәһеҙ шыйыҡсанан ағыуланып дауаханаға эләккән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бәхетһеҙ осраҡ Салауат ҡалаһында теркәлгән. 36-60 йәштәрҙәге ирҙәр спиртлы продукция эсеп аңдарын юғалта. Осраҡлы үтеп барыусылар ашығыс ярҙам саҡырытып ҡына уларҙың ғүмере һаҡлап алып ҡалына.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, зыян күреүселәрҙең икәүһе реанимацияла, ҡалғандарының хәле уртаса ауырлыҡта. Осраҡ буйынса енәйәт сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла. Шаһиттарҙан һорау алына. Уның һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсегә 6 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Аңһыҙ килеш дауаханаға эләккән ете ирҙең спиртлы һәм билдәһеҙ шыйыҡсанан ағыуланыуы мәғлүм. Осраҡҡа бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Спитрлы продукцияның ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа етештерелгәне иғтибарға алынасаҡ.

Александр Шутов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре

Азат Ғәлиуллин