Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бәхетһеҙлек осраҡтарында башлыса йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле. Юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә оло йәштәге кешеләр һәм балалар йышыраҡ йәрәхәтләнә.
Ошо категорияға ҡарағандарға транспорт ағымы көслө булған юлда йөрөү, яҡынлашып килгән машинаға тиклем араны билдәләү, уның тиҙлеген дөрөҫ баһалау ауырғараҡҡа тура килә. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы фажиғәле хәлдәрҙең күбеһе иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә теркәлә.
Йыш ҡына йәйәүлеләр светофор йәки ер аҫты үткәүеле аша сығыуҙы инҡар итә. Һөҙөмтәлә үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Азат Ғәлиуллин