Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 258 кешелә COVID-19 асыҡланған. Коронавирус ҡорбандары ла арта. 8 кеше йоғошло сир арҡаһында үлгән. Пандемия башланғандан алып, 748 кеше вафат булған.
Башҡортостанда коронавирустан вакциналау дауам итә. Әле 615 меңдән ашыу кеше коронавирустан прививканың ике өлөшөн дә эшләткән.