Бөгөн республика йәмәғәтселеге бөйөк ғалим Ғайса Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хушлашыу сараһында күренекле ғалимдың яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары ҡатнашты. Ғайса Батыргәрәй улы йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң йүнәлешле ғалим булараҡ билдәле.

Уның етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының 6 томлығы донъя күрә. Мәктәптәр өсөн программа, дәреслек, хрестоматия төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла нигеҙле эш башҡарыла.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.

Азат Ғәлиуллин