Ғаилә спорты – бер майҙанда. Өфөлә «Астра» спорт биләмәһендә тиҫтәләгән йүнәлештә шөғөлләнергә мөмкин. Күп төрлө спорт ойошмаларышын берләштергән майҙанда боҙ аренаһы, серфинг өсөн бассейн һәм аэродинамик осоу торбаһын төҙөү күҙаллана.
Предприятие эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Күсмә сәнәғәт сәғәте сиктәрендә комплексты киңәйтеү юлдары барланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөлә асыласаҡ берҙән-бер шәхси боҙ аренаһы майҙанында эштең ҡыҙған мәле. Хоккей менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе берләштергән майҙансыҡта октябрҙә тәүге уйындар үтә башлаясаҡ тип көтөлә. Эш сәфәре сиктәрендә «Астра» спорт биләмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеселегендә сәнәғәт сәғәте ойошторолдо. Осрашыуҙа комплекстың үҫеше һәм предприятиеға ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы.
Буласаҡ боҙ аренаһында һәүәҫкәр хоккей командалары ярыштары һәм башҡа саралар үтер тип көтөлә. Көйәрмәндәр өсөн иркен тамаша залы ҡаралған, трибуналағы урындар 250 кешегә иҫәпләнгән.
Элекке тимер-бетон ҡоролмалар заводы урынында асылған спорт майҙанында бөгөн заманса инфраструктура менән тәьмин ителгән комплекс сафҡа ингән. Проекттың төп маҡсаты – бер майҙанда төрлө спорт ойошмаларын берләштереү. Ҡулланыусыларҙың уңайлығы өсөн фитнесс, бокс, ҡаяға үрмәләү, футбол, теннис, батут, гимнастика залдары асыҡ. Бынан тыш аэродинамик торбала осоу ҡоролмаһы төҙөлөшө күҙаллана.
Заманса спорт комплексы йылдам үҫешә, әммә предприятиела ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан биләмәлә юл, парковка, электр һәм һыу селтәрҙәрен яңыртыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Спортты һәм сәләмәт тормошто яҡын күреүселәр булғанда бөтә маҡсаттарға ла ирешергә мөмкин.
Флорида Ким