Башҡортостанда таш эшкәртеү буйынса индустрия паркын асыу мөмкинлектәре ҡарала

Уны Әбйәлил районы биләмәһендә урынлаштырыу юлдары өйрәнелә. Индустрия паркы яңы резиденттарҙы йәлеп итергә, яңы эш урындар асырға. Тимәк, тотошлайы менән көньяҡ райондарға үҫеш этәргесе биререгә тейеш.

Индустрия паркына Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы талаптары буйынса акрредитация үтергә кәрәк. Идарасы компания билдәләнәгәндән һуң уға 8 гектар ер бүленеп, газ, электр һәм һыу селтәренә тоташтырыу мотлаҡ. Рәсми рөхсәт алынғас индустрия паркы республика һәм федераль бюджеттан ярҙамға дәғүә итә ала.

Рафиҡ Әхмәтшин