Башҡортостанда ауыр енәйәттәр күп теркәлә

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ярты йылда 27 мең енәйәт булған. Уларҙың ете мең ярымы ауыр һәм үтә ауыр тип баһалана. Тәртип һаҡсылары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә енәйәтселәрҙе асыҡлау еңелләшә, тип хәбәр итәләр ведомствонан.