Республика спортсыһы Аделина Заһиҙуллина Олимпия уйындары финалына сыҡты

Рапирала алыш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы - Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина, Лариса Коробейникова һәм Марта Мартьянова ярым финалда Америка ҡушма штаттары спортсыларын еңеүгә өлгәште. Финалда Рәсәй спортсылары Франция вәкилдәре менән осраша.