Өфөнөң мәктәп, магазин һәм сауҙа үҙәктәрендә террор ғәмәле әҙерләнеүе тураһында күп һанлы хәбәрҙәр алынды. Мәғлүмәт электрон почта аша таратылды. Тикшереү һөҙөмтәһендә, уларҙың дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланды. Тәртип һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, террор ғәмәле тураһында ялған мәғлүмәт ғәҙәттә Украина йәки Сүриә биләмәһенән ебәрелә. Әле оператив эҙләү саралары башҡарыла.