Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты

Ул Өфөлә “Империал” торлаҡ комплексы майҙансығында ойошторолдо. Башта Республика Башлығы ҡала үҙәгендә ҙур төҙөлөш барышы менән танышты. Бында торлаҡ йорттары менән бергә балалар баҡсаһы һәм студент ятаҡханаһы төҙөлә, коммерция биналары була. Пленар ултырышта Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе. 2030 йылғаса республикала йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйыла. Радий Хәбиров торлаҡ комплекстары менән бергә социаль объекттар төҙөлөшөн дә алып барырға ҡушты. Күп фатирлы йорттар янында балалар баҡсаһы, мәктәп, поликлиника, магазин, спорт объекттары, парковка һәм скверҙар булырға тейеш, тип белдерҙе Республика Башлығы.