Иглин районында үлемесле юл ҡазаһы теркәлгән

52 йәшлек ир йөк автомобиле тәгәрмәсе аҫтында һәләк булған. Йәйәүле төндә рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған. Кейемендә ут яҡтыртыусы билдәләр булмаған. Ир ашығыс ярҙам машинаһы килеп еткәнсе ваҡиға урынында һәләк булған. Тағы ла бер авария Өфө-Ырымбур трассаһында булған. “Хендай Солярис” автомобиле юл киҫелешендә боролош яһағанда “Судзуки” мотоциклына бәрелә. Ике тәгәрмәсле транспорт менән идара иткән водителдең табиптар килеп еткәнсе үк йөрәге тибеүҙән туҡтаған.