Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә бер нисә проект әҙерләнгән. Хужалыҡтар һәм фермерҙар грант һәм субсидияға документтарын дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшыра ала. “Агросәнәғәт комплексы” системаһы аша күпме аҙыҡ-түлек етештерелгән, нисә техника иҫәптә тора, ҡасан һәм ҡайҙа техник күҙәтеү үтергә булғанын ҡарарға мөмкин. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн “Регент” платформаһы булдырылған. Унда бюджет иҫәбенә төҙөкләндерелергә тейеш сквер, парк, ихаталар күрһәтелгән. Бынан тыш, “ТКО-Башҡортостан” тигән системаһы эшләп килә. Уның аша ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары торошон баһаларға, сүп сығарыу ваҡытын ҡарап барырға мөмкин.