Республикала «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы старт алды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысында ойошторолған 31 августҡа тиклем дауам итә. Мәктәп кәрәк-яраҡтары, уҡыу әсбаптарын, балалар өсөн яңы кейемдәрҙе коммерциялы булмаған «Ғаилә» ойошмаһы тапшырырға була.

Үҙәк республиканың һәр район-ҡалаһында бар. 11-се тапҡыр ойошторолған социаль акция сиктәрендә йыл да ун меңләп ғаиләгә ярҙам күрһәтелә.

Азат Ғәлиуллин