Радий Хәбиров төҙөлөшкә иғтибарҙы арттырырға ҡушты

Your browser doesn't support HTML5 video.

2030 йылға Башҡортостанда йыл һайын кәмендә 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Өфөлә генә бер нисә күпер, 117 мең урынға яңы мәктәптәр төҙөргә кәрәк.

Әле торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса республикала күрһәткестәр яҡшы. Әлегеләй йылдам эшләгәндә маҡсатҡа ирешергә мөмкин, тине Радий Хәбиров.