Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы илдең иң яҡшы күп функциялы үҙәктәрен билдәләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан да бар. Туймазылағы филиал ҙур булмаған ҡалалар араһында халыҡты хеҙмәтләндереүҙә иң яҡшыһы тип танылды. Конкурс сиктәрендә иң яҡшы хеҙмәткәр, проект эше кеүек айырым номинациялар буйынса ла еңеүселәр тәбрикләнде.

Туймазы ҡалаһындағы күп функциялы үҙәк бер юлы өс тиҫтәләп кешене ҡабул итә ала. Урында шулай уҡ бизнес өсөн махсус тәҙрәләр ҙә ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин