Рәсәй спортсылары 5 миҙал яуланы. Йөҙөү буйынса Климент Колесников өсөнсө урын алды. Спорт гимнастика буйынса күп алышта Ангелина Мельникова шулай уҡ өсөнсө булды, дзюдола Нияз Ильясов бронза миҙал яуланы. Академик ишеүҙә Василиса Степанова һәм Елена Орябинская икенсе урын алды. Башҡортостандан Алһыу Минәзева бөгөн каноэла ишеү слаломы буйынса ярым финалда ярышты. Яҡташыбыҙ 14-се һөҙөмтә күрһәтте һәм финалға үтә алманы.
Олимпиаданың бишенсе көнөнән һуң, Рәсәй спортсылары 8 алтын миҙал, 11 көмөш һәм 9 бронза миҙалға эйә булды.