Рәсәй йөҙөүсеһе Евгений Рылов Олимпия уйындарында тағы бер алтын миҙал яуланы

Ул 200 метрға салҡан ятып йөҙөүҙә чемпион булды. Бөгөн шулай уҡ Виталина Бацарашкина пистолеттан сәпкә атыуҙа иң юғары һөҙөмтә күрһәтте. Рәсәй командаһы 10 алтын, 12 көмөш һәм 9 бронза награда яуланы, миҙалдар рейтингында 4-се урында килә.