Былтыр июлдән ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә вахта менән эшләгән яҡташтарыбыҙ өсөн обсерваторға әйләнде. Күптән түгел ул ҡайтанан шифахана булараҡ ял итеүселәрҙе ҡабул итә башланы. Башҡортостан Башлығы коронавирус ваҡытында ҡатмарлы осорҙо уңышлы үтеүен телгә алды. Радий Хәбиров Урал аръяғында һауыҡтарыу кластеры стратегияһын булдырырға һәм төбәктең рекреацион мөмкинлектәрен киңерәк файҙалагырға ҡушты.