Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе грант программаларын әүҙем тормошҡа ашыра

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостанды өйрәнеүсе ғалимдар һәм тикшеренеүселәр хаҡында видео лекцияларҙың исем туйы Өфөләге Валерьян Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған фәнни эҙләнеүҙәр проектының беренсе документаль видеофильм форматындағы лекция Рәсәйҙең тәүге географы Василий Татищевҡа арналған. Ул үҙ дәүеренең зыялы белгесе, төҙөүсе һәм оҫта ойоштороусы булараҡ та дан ҡаҙанған.

Василий Татищев Урта һәм Көньяҡ Уралды тәүгеләрҙән булып өйрәнә. Батша уның алдында Урал рудаларын эҙләп, заводтар төҙөтөү бурысын ҡуйған. Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы водеолекциялар уҡыусы һәм студент йәштәрҙән тыш, киң ҡатлам тамашасыларға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ, ти проектты тормошҡа ашырыусылар.

Гүзәл Борханова