Өфөгә «Еңеү поезы» килә. Өфө тимер юл вокзалында 31 июлдән 2 авгусҡа тиклем «Еңеү поезы» күсмә күргәҙмәһе эшләй. Унда поезд вагондарындағы инсталляциялар ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы бәйән ителә.
Күргәҙмәгә инеү бушлай, 12 кешенән торған төркөмдәр өсөн экскурсиялар уҙғарыу ҡаралған. Бының өсөн поездпобеды.рф адресы буйынса күргәҙмәнең сайтында теркәлеү мотлаҡ. Экскурсиялар барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп уҙғарыла.
Гөлдәриә Йосопова