Өфөлә сюрреализм алымдарында ижад ителгән күргәҙмә асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Картиналар авторы Лев Карнаухов әйтеүенсә, ул донъяны нисек күрә, шулай ҡағыҙ битенә төшөрә. Екатеринбург рәссамы күргәҙмәне Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм үҙенең 75 йәшенә арнаған. Лев Карнаухов Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған 1945 йылда тыуған.

Әлеге ваҡытта сәнғәт ниндәйҙер һынылыш осоро кисерә. Беҙ ниһәйәт натурализмдан киттек. Сөнки, әйтәйек, ҡала күренештәрен хәҙер фотоаппаратҡа ла төшөрөргә мөмкин, быға ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй. Ә инде күңел күҙе күргән әйберҙәрҙе һынландырыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ.

Лев Карнаухов, рәссам

Гөлдәриә Йосопова