«Яҡтыкүл» шифаханаһы коронавирус осорон уңышлы үткәрҙе

Был турала республика башлығы Әбйәлил районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров учреждение етәкселеге менән шифахананың бөгөнгө хәле һәм киләсәген барланы. Яңы сығарыла башлаған косметика продукцияһы төрҙәре менән танышты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мауыҙҙы күле буйында урынлашҡан шифахана бөгөн яңырыу юлында. Бығаса дауаланырға килгән халыҡҡа медицина процедуралары күрһәтелһә, хәҙер урындағы продукция менән дә тәьмин ителә башланы. Тауар төрлөлөгө бик үк ҙур түгел. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ.

Косметика продукцияһын етештереү яйға һалынғас шифахана артабан дарыухана селтәрҙәренә сығыуҙы күҙ уңында тота. Ошо һәм башҡа пландар менән «Яҡтыкүл» етәкселеге Башҡортостан башлығы менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында учреждениеның дауалау һәм торлаҡ корпустары менән ҡараны. Шифаханының артабанғы үҫеш юлдарын барланы.

Шифахана былтыр ике аҙна самаһы обсерватор булараҡ та эшләй. Унан һуң, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы рөхсәте буйынса курорт эше ҡайтанан тергеҙелә. Бөгөн учреждениела республика халҡынан тыш, илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә сәләмәтлеген нығыта.

Азат Ғәлиуллин