Яҡташлыҡ көсө. «Атайсал» проекты сиктәрендә километр ярым ауыл юлы төҙөкләндерелгән

Ауылдаштар Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән башланғыс тирәләй берләшеп Иглин районы Иҫке Ҡарашиҙе ауылы урамдары төҙөкләндергән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Атайсал проекты Үктәй ауыл биләмәһендә йәшәгән һәм эшләгән йүнселдәрҙе берләште. Иҫке Ҡарашиҙе ауылында улар бер километр ярым юлды төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Йүнселдәрҙән тыш ауыл халҡы ла изге эштән ситтә ҡалманы. Күптәр аҡса йыйып тапшырҙы, ҡайһы берҙәр өмәлә ҡатнашты. Техника менән ярҙам итеүселәр ҙә ауыл урамын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Иҫке Ҡарашиҙе юлдарын йүнәтеүҙән тыш урындағы эшҡыуарҙар көсө менән Һарт-Лабау ауылы урамдарына ла ҡырсынташ түшәлде.

Сиратта Меңйетәр һәм Үктәй ауылдары. «Атайсал» проекты ярҙамында йылдар дауамында төҙөкләндерелмәгән юлдарҙы тәртипкә килтереү мөмкинлеге булды, ти урындағы хакимиәт вәкилдәре.

Рафиҡ Әхмәтшин