Республика балалар клиник дауаханаһында паллиатив ярҙам күрһәтеүселәр өсөн семинар ойошторолдо

Башҡортостан райондарынан йыйылған педиатр, терапевтар дауалап булмаған сирлеләрҙе тәрбиәләү үҙенсәлектәре менән танышты. «Өфө хосписы» төҙөлөшө һәм унда эшләйәсәк белгестәрҙе әҙерләү хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ижевск дәүләт медицина академияһын тамамлағандан һуң, йәш белгес Әлмирә Илшат ҡыҙы, Нефтекамаға ҡайта. Хәҙер ул ҡала дауаханаһында балалар табибы булып эшләй. Ә йәй башынан паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса курстар үтә. Сирлеләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уҡыуҙар үтергә кәрәклеген ул яҡшы аңлай.

Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһында төрлө район һәм баш ҡала табиптары паллиатив ярҙам күрһәтеү нескәлектәренә төшөндө. Икенсе тапҡыр ойошторолған уҡытыу һәм оҫталыҡ-дәрестәре сиктәрендә Мәскәү белгестәре сығыш яһаны. Улар ауыртыуҙы баҫыу,тын юлдарына ярҙам итеү, медицина ҡоролмалары менән эшләргә өйрәнде. Осрашыуҙы «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды менән берлектә «Өфө хосписы» үткәрә.

Уҡыуҙар үткән белгестәр киләсәктә паллиатив пациенттар менән эшләйәсәк. Табиптарҙың бер өлөшө быйыл асыласаҡ «Өфө хосписы»нда ла ярҙам күрһәтәсәк. Әйткәндәй, бинаны төҙөү эштәре йылдам бара. Республика өсөн мөһим объект баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында урынлашҡан.

Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү. Әлеге ваҡытта корпустарҙа тәҙрәләрҙе урынлаштырыу, иҙәнде йылытыу ҡоролмаларын ҡуйыу эштәре бара. Өфө хосписының техник асылышы 11 октябргә билдәләнгән. Тәүге пациенттарҙы йыл аҙағына тиклем ҡабул итә башлау күҙаллана.

Өфө хосписы 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн - 40, кесе йәштәге пациенттарға 20 урын ҡаралған. Пациенттар стационарҙа ғына түгел, әлегеләй заманса техника менән өйҙә лә дауалана аласаҡ. Бының өсөн күсмә бригадалар булдырылған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 700-ҙән ашыу бала һәм 23 мең оло йәштәге кеше ярҙамға мохтаж. Башлыса онкология, генетика, йәрәхәт алыу һөҙөмтәһендә ауырыусылар. Паллиатив ярҙам – ул кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буыйынса комплекслы ҡарашты күҙаллай.

Әлфинә Килдейәрова