Салауат районы Лаҡлы ауылында «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә мәктәп төҙөлөшө тамамланған

Әле подрядсы ойошма уҡыу йортон йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү менән мәшғүл. Мәғариф учреждениеһы бинаһында балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлөшкә 230 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Белем усағы яңы уҡыу йылына эш башалар тип күҙаллана. Яңы мәктәпте БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барып күрҙе.

Мәктәп биҙәлешенә һуңғы штрихтар һәм мәғариф учреждениеһы балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Был объектта төҙөлөш 2019 йылдың сентябрендә башланған. Эштәр ике этапта башҡарылған. Тәүге этап тамамланған да инде. Кесе йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән бинаны төҙөүҙә заманса технологиялар ҡулланылған. Спорт залы өсөн махсус сағыу төҫтәр һайланған.

Лаҡлы ауылындағы мәктәп 80 уҡыусыға иҫәпләнгән. Яңы мәктәптә төҙөлөш барған осорҙа малай-ҡыҙҙар 11 cаҡрымдағы Урмансы ауылына йөрөп уҡыған. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре яҡты, иркен синыфтарҙа дәрестәр башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Мәктәп бинаһында 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла эшләйәсәк. Проектҡа ярашлы ике төркөм булдырыласаҡ, бынан тыш ясли йәшендәгеләр ҙә ҡабул ителә. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп уҡыусылары өсөн йомшаҡ япмалы физкультура майҙансығы ҡорола. Белем усағы яңы уҡыу йылына эш башлаясаҡ.

Гүзәл Борханова