Андрей Тюлькин донъяның 11 илендә булып, 27 мең километр юл үткән. Туған ҡалаһынан ул 2 йыл элек юлға сыҡҡан булған. Сәйәхәткә пандемия үҙ төҙәтмәләрен индергән.
Локдаунға бәйле, ир бер нисә ай Таиландта, һуңынан Төркиәлә тотҡарланған. Ошо арҡала ул әсәһе менән дә хушлаша алмай ҡала. Уның әсәһе Андрей Тюлькин Пермгә ҡайта алмай торған саҡта вафат була. Бәлки шуғалыр ҙа велосәйәхәтсенең юлы әсәһе тыуып үҫкән Башҡортостан аша үтә. Әле ул йәшәгән еренә ҡайтып бара.
Гөлдәриә Йосопова