Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең армияға, авиацияға һәм флотҡа булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Ойошма граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, Ҡораллы көстәрҙе нығытыуҙа ҙур эш алып бара.
Документҡа ярашлы, йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләү, уларҙың сәләмәтлеген, физик һәм әхлаҡи-психологик хәлен яҡшыртыу, белемдәрен камиллаштырыу мәсьәләһенә төп иғтибар йүнәлтелә. Шулай уҡ республика биләмәһендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы уҡытыу базаһы ла көсәйтеләсәк.
«Торатау» Конгресс-холында «Йәш тәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү – дәүләт именлеге факторы» темаһына түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Сығыш яһаусылар тарихты яңынан яҙырға маташыусылар менән көрәш алып барырға, Рәсәй киләсәген илһөйәрлек нигеҙендә ҡорорға саҡырҙы. Милли идея, милли лидерҙар булырға тейешлеге билдәләнде.
Башҡортостанда бөгөн 759 йәш армия отряды иҫәпләнә, хәрәкәткә 24 меңгә яҡын уҡыусы ҡабул ителгән. Ветерандар ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, ҡаһарманлыҡ дәрестәре ойошорола. Үҫеп килгән быуын эҙәрмәнлек эшенә лә йәлеп ителә. Ғөмүмән, хәрби хеҙмәткә әҙерлек барышы юғары кимәлдә.
Гөлназ Хәйбуллина