Әбйәлил районының Ҡыҙыл Башҡортостан ауылының балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә

1964 йылғы бинала былтыр беренсе тапҡыр тулы төҙөкләндереү эштәре үтә. Иҫкеһенән тик стеналар ғына тороп ҡала. Балалар баҡсаһының ҡыйығы, иҙән-тәҙрәләре, һыу һәм электр селтәре тулыһынса яңыра.

«Демография» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Азат Ғәлиуллин