Республика муниципаль берәмектәр советы «Сәләмәт ауыл» проектын тәҡдим итте. Ул 1 августа старт ала. Айлыҡ һөҙөмтәләр буйынса коронавирустан привикалауҙа иң әүҙем халыҡ йәшәгән ауылдарға премиялар бирелә. Проектта халыҡ һаны 200-ҙән 3 меңгә тиклем булған ауылдар ҡатнаша.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында халыҡ вакциналыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай.
Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре хәүеф аҫтында. Сөнки тап улар вирус эләктереү хәүефе юғары булған урында эшләй. Сирлеләр менән аралаша. Уларҙы дауалау һәм ҡыҙыл зона хаҡында улар ишетеп кенә белмәй. Юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева эпидемияның икенсе тулҡынын Сибай ковид-госпиталендә үткәрә.
Ваҡытында вакцина яһатып ҡалырға. Пандемия шарттарында Иҫке Сибай ауыл врач амбулаторияһы командаһының төп маҡсаты шул. Шуға ла улар йорт һайын йөрөп, һәр кемгә шылтыратып, иҫкәртеү- аңлатыу эше алып бара.
Аҡ халатлылар үҙ пациенттарына, халыҡҡа өлгө булып тора. Коллективта 22 кеше. Уларҙың барыһы ла мәкерле вирусҡа ҡаршы прививка яһата.
Үҙ ваҡытында кешелек халыҡты вакциналау менән өс вирусты еңеп сыға. Хәҙер ҙә барыбыҙ алдында заман зәхмәтен еңергә, тигән маҡсат тора. Баймаҡта урынлашҡан алтмыш сирлегә иҫәпләнгән ковид-госпиталь тулы, урындар юҡ, күптәре йорт шарттарында дауаланырға мәжбүр.
Бары тик коллектив иммунитет Совид-19 пандемияһын туҡтатасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны поликлиникала, Халыҡ ижады үҙәгендә, мәғариф бүлегендә, механика ҡойоу-заводының һаулыҡ пунктында яһатырға мөмкин.
Әлфиә Хәмитова