Өфө районы Михайловка ауылында йәшәгән ғаилә мамонт тешенә юлыҡҡан

Интернеттағы фотоһүрәттәр менән сағыштырып ҡарағандан һуң табыштың ҡәҙерле ҡомартҡы булыуын аңлай. Йылдар буйы ер аҫтында ятҡан теш таш булып ҡатҡан. Шуға ла ул беҙҙең көндәргә тиклем шул килеш һаҡланған.

Ниндәйҙер музейға, йә ғалимдар өйрәнһен өсөн тапшырырға әле уйламайҙар. Бөгөн мамонт теше менән ҡыҙыҡһынмаған, уны тотоп ҡарарға теләмәгән кеше юҡ. Бигерәк тә йәш быуын.

Боронғо табышты ғаилә формаһын юғалтмаһын өсөн ҡараңғы һәм һалҡын урында һаҡларға тырыша. Ғалимдар мамонт һөйәктәренең табылыуын ғәҙәти күренеш булыуын билдәләй. Бигерәк тә, Өфө ҡалаһы биләмәһендә улар күп.

Азат Ғәлиуллин