Өфөлә ағым һыуҙа йөҙөүселәрҙең күләмле ярыштары үтте

Икс-Уотерс. Спорт байрамы барлыҡ пандемия талаптарын үтәп ойошторолдо.

Стартҡа бар яҡлап сәләмәт йөҙөүселәр генә үткәрелде.Икенсе тапҡыр ғына ойошторолған байрам йөҙөү спорты менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәрҙе бер маҡсатҡа берләштерҙе. Йөҙөүселәр Өфөнөң тарихи урындарынан үтеп, ике күпер аҫтындаға күҙәтеү нөктәһендә финишҡа килеп етте.

Сара барышында хәүефһеҙлекте унлаған каноэ һәм егермеләп ҡаяҡтарҙа ҡотҡарыусылар тәьмин итте. Башҡортостан Босфорындағы ярыштарға сарала ҡатнашыусылар яҡшы әҙерлек менән килгән.

Өфөлә үткән ярыштарҙан ситтә ҡалманым. Был көнгә йыл буйы бассейнда һәм йылғаларҙа йөҙөп әҙерләндем. Икенсегә ҡатнашам, 5 саҡрымға ярыштым.

Руслан Ғәлин, сарала ҡатнашыусы

Спортсылар 2, 3 ярым, 5 һәм 10 километр дистанцияларға ярышты. Быйыл ҡатнышыусыларҙың георафияһы ла киң. Рәсәйҙең 28 төбәге һәм 57 ҡалаһынан 400 кеше ярышҡа ҡушылды. Спортсылар Башҡортостан тәбиғәтенә, Ағиҙелдең таҙалығына һоҡланыуын йәшермәй.

Быға тиклем күлдә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнаштым. Ә Ағиҙел кеүек тулҡындары ярға бәреп торған йылғала уҙышыуҙан тәҫьораттар бөтөнләй икенсе.Тулҡындар һине ҡайһы йүнәлшкә ташларын алдан белеп булмай, шуға ла бар көсөңдө туплап, финишҡа артылаһың.

Полина Киселева, сарала ҡатнашыусы

Гүзәл Борханова