Республикала йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы күсмә күргәҙмә менән таныша ала.
Ете вагонда һуғыштың тәүге көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклемге ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Скульптура, видеопроектор, мультимедия саралары менән байытылған экспозиция бер кемде лә битараф ҡалдымай. Быға БЮТ каналының ижади төркөмө лә инанды.
Башҡортостанға Еңеү поезы елә. Былтыр сентябрҙә ил буйынса оло маршрутҡа сыҡҡан транспорт алтмышҡа яҡын ҡаланы үтеп, ниһайәт Өфө тимер юлы вокзалында туҡталыш яһай. Республика халҡы ваҡыт машинаһына бушлай билет алып, тарих биттәре буйынса оло сәйәхәткә сыға ала
Тәүге вагонда Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге тыныс тормош күрһәтелә. Тәҙрә аша ҡала, тәбиғәт күренештәре, ике-сиге булмаған баҫыуҙар. Пассажирҙарҙың йөҙөндә йылмайыу, ихлас әңгәмә ҡоралар. Тәүгеләрҙән булып поездағы музей экспозицияһы менән блогер Шамил Вәлиев танышты.
Киләһе вагонға инеү менән йөрәктәр өҙгөләнә. Һуғыштың тәүге көнө сағылыш тапҡан. Ғаилә ағзаларының йөҙөндә ҡурҡыу тойғоһо. Ғөмүмән, Еңеү поезында йөҙҙән ашыу скульптура. Фигураларҙа күҙҙәргә ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Әйтәйек, фронт һыҙығына юлланыусылар уйға батҡан, күңелдәре тыныс түгел. Дошман менән оҙайлы көрәш көтөлә.
Окопҡа инеү менән пулемет, хәрби ҡорал-техника тауышы. Тәүге юғалтыуҙар. Йәш көйөнсә өҙөлгән ғүмерҙәр. Видеопроектор, мультимедиа саралары, картиналар аша алыш барышын күҙәтергә мөмкин.
Күсмә музей былтыр Хәтер һәм дан йылында ойошторола. Проект авторҙары үҙенә күрә "ваҡыт машинаһын" барлыҡҡа килтерә. Һәр вагон Бөйөк Ватан осорондағы ваҡиғалар менән таныштыра. Фашистарҙың һәм совет армияһы тотҡонлоғона эләгеү мәлдәре, госпиталдәр һүрәтләнә.
Был санитар вагон. Бында кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш бара. Һуғыш осорода тимер юлы транспортында биш миллионға яҡын яралы һәм ауырыу һалдатты ташырға тура килә. Уларҙы эвакуациялауға 11 863 поезд йәлеп ителә.
Еңеү поезы көнөнә йөҙҙәрсә кешене ҡабул итергә әҙер. Экскурсиялар санитар талаптарға ярашлы ойошторола. Тәүге көндә тарихи экскурсияға блогерҙар, журналистар һәм мәктәп уҡыусылары - йәш армеецтар, кадеттар, эҙәрмәндәр саҡырылды.
1945 йылдың яҙы. Һуғыш тамам. Фашистик көстәрҙе еңгән быуын - совет һалдаттары тыуған яғына ҡайтып килә. Был һуңғы вагон. Әйткәндәй, Өфөлә Еңеү поезы 2 авгусҡа тиклем ҙур туҡталыш яһай. Һәр кем экранда күрһәтелгән сайт буйынса теркәү үтеп, бушлай экскурсия үтә ала.
Гөлназ Хәйбуллина