«Инцидент» Өфөнөң Менделеев урамы, 211-се йорт адресы буйынса йәшәүселәрең мәсьәләһен хәл иткән

Ямғыр быға тиклем Өфөнөң Менделеев урамы, 211-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә бәләгә әйләнгән. Һыу фатир эсенә үк үтеп ингән. Мебель, ремонт, көнкүреш техникалары боҙолған.Ә подъезд хатта, күлгә әйләнә яҙа ине, ти урында йәшәүселәр. Һыуҙан өҫкө ҡаттағылар ҙа, аҫтағылар ҙа берҙәй зыян күрә.

Көслө ямғыр ваҡытында ҡыйыҡтан һыу үтә торғайны. Һыу туғыҙынсы ҡаттан бишкә тиклем ағып төшә торғайны. Мин алтынсы ҡатта йәшәйем, стеналарҙан һыу үтеп инә, ә туғыҙынсыла бөтөнләй күл кеүек ине.

Карина Фәтҡуллина

Төндә ирем һыу тамсы тауышына аптырап уянған. Һыу тулған. Ярай ишеткән.

Маргарита Селезнёва

Фатирҙарға ҡыйыҡта ирегән ҡар ҙа даими зыян килтергән. Теләһә ниндәй нөктәлә электрҙа ҡыҫҡа ялғаныштан янғын сығыуы ихтималлығы көслө була. Ҡурҡып йәшәүҙән арыған милек хужалары Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге посы аҫтына ялыу яҙа. Яуап оҙаҡ көттөрмәй.

Йорт менән мәсьәләне ашығыс хәл итергә кәрәк ине, шулай ҙа ҡыйыҡта капиталь ремонт көндәр йылынғас ҡына башланды. Апрель башында уҡ түбә ҡарҙан таҙартылды.

Динислам Ғарифуллин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре

Участок ысынлап та хәүефле ине. Тик ғариза бирелгән ваҡытта әле ҡар ята ине әле. Шуға ремонтты шунда уҡ башлап булманы. Һауа торошо тотороҡланыу менән биләмә тергеҙелә башланы. 50 квадрат метр майҙан ремонтланды, барлыҡҡа килгән ярыөтар ямалды.

Радим Батыршин, хеҙмәтләндереүсе ойошманың баш инженеры

Ҡыйыҡ ҡына ремонтланмай, электр линиялары ла тәртипкә килтерелә. Яҡын киләсәктә Торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре подъездың һыуҙан боҙолған урындарын төҙөкләндереп, күп ҡатлы йортто тәртипкә килтерәсәк.

«Инцидент» системаһы булмаһа, ҡыйыҡ ҡасан ремонтланыр ине, билдәһеҙ. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең һорауы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтәлде. Ошондай мөрәжәғәттәр буйынса халыҡҡа ярҙам күп күрһәтелә. Республикала программа эшләй башлағандан алып ҡына 170 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралған һәм хәл ителгән.

Рәйлә Күсемханова