«Инцидент» Дим районындағы «Әкиәттәр аллеяһы»н төҙөкләндерергә ярҙам иткән

Күркәм ағастар һәм йәшеллек араһында әкиәт геройҙары менән йәнһүрәт персонаждары. «Әкиәттәр аллеяһы» Өфөнөң Дим районында йәшәүселәрҙең яратҡан ял урыны. Бында өлкән йәштәгеләр ҙә, йәш балалы әсәләр ҙә ҙур теләк менән килә. Әммә быға тиклем биҫтәлә йәшәүселәрҙе ултырып ял итеү өсөн аллеяла эскәмйәләр булмауы борсоған.

Бында балалар менән йыш киләбеҙ. Эскәмйәләр ҡуйыуҙы һорап хакимиәт сайтына ла, хакимиәттең үҙенә лә бер нисә тапҡыр хат яҙҙыҡ.Сөнки бала менән йөрөгәндә ултырып ял итке килә, ә эскәмйәләр юҡ ине.

Наталья Лихачева, Өфөнөң Дим районында йәшәүсе

Май аҙағында урында йәшәүселәр социаль селтәрҙәргә яҙа һәм бер нисә көн дә үтмәй, аллеяла эскәмйәләр хасил була. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүҙә республикаға идара итеү үҙәге ярҙамға килә.

Дим районындағы хеҙмәттәштәребеҙ менән бәйләнешкә инеп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙек. Асыҡланыуынса, мөрәжәғәт итеүселәр һораған эскәмйәләр йыл һайын уҙғарылған реставрацияла булған һәм эш бер аҙ тотҡарланған. Быйыл район хакимиәте эскәмйәләрҙең өҫтөн ҡаплап ҡыҙыҡлы элементтар эшләне.

Тимур Ханнанов, Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре

Былтыр беҙ бында ултырыр урындарҙы пандемияға бәйле сикләү саралары индерелгәнгә ҡуймағайныҡ. Яҡында ковид госпиталь урынлашҡайны. Быйыл эскәмйәләрҙе ҡуйырға планлаштырҙыҡ, улар ремонтта ине, әммә район халҡы беҙҙе ашыҡтырҙы.

Эльвера Хәйбуллина, Өфөнөң Дим районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Эскәмйәләрҙе ҡала көнөнә ҡуйырға уйлағандар. Әммә коммуналь хеҙмәттәр ремонтты алдараҡ тамамлағас, «Әкиәттәр аллеяһы» йәй башынан уҡ күркәмләнгән. Үҙ сиратында Дим районында йәшәүселәр үҙҙәренең социаль селтәрҙәге үтенесе яуапһыҙ ҡалмауға рәхмәт белдерә.

Эскәмйәләр бик матур, уңайлы, ҡыйығы булғас ямғырҙан ышыҡланырға ла мөмкин. Ғаиләбеҙ, улдарыбыҙ менән бында йыш киләбеҙ. Эштән һуң буш ваҡыттарҙа һәм ял көндәрендә лә ошонда ял итергә яратабыҙ.

Илүс Хәйруллин, Өфөнөң Дим районында йәшәүсе

Әле Хәйруллиндарҙың ял итеү өсөн ваҡыты ысынлап та күп. Ғаилә башлығы ошо аҙна башынан отпускта, шуға ла “Әкиәт аллеяһы”на йышыраҡ киләсәктәр. Сөнки бында хәҙер саф һауала йөрөгәндән һуң ултырып ял итер урын бар.

Гөлдәриә Йосопова