Киләһе йылдан Башҡортостанда дәүләт һатып алыуҙары яңыса алып барыла. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, 1 ғинуарҙан документтар электрон рәүештә була, конкурстар уҙғарыу ваҡыты кәметелә. Был иһә социаль объекттар төҙөлөшөн тиҙерәк башлау мөмкинлеге бирә.