Олимпиада еңеүселәренә миллиондар бирелә

Рәсәй спорт министры Олег Матыцин белдереүенсә, алтын миҙал өсөн 4 миллион һум түләнә. Көмөш миҙал хужаһына 2 миллион ярым һум, бронза награда алыусыға 1 миллион 700 мең һум ҡаралған. Башҡортостан бюджетынан да түләүҙәр бар. Олимпия чемпиондарына 2 миллион һум бирелә. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 1 миллион ярым һәм 1 миллион һумлыҡ түләүҙәр була.