Иглин районында халыҡ көсө менән юл ремонтланған

“Атайсал” проектына ярашлы, Иглин районында ауыл юлы төҙөкләндерелгән. Иҫке Ҡарашиҙе ауылында йәшәгән һәм эшләгән йүнселдәр  бер километр ярым юлды ремонтлауға  үҙ өлөшөн индерҙе. Күптәр аҡса йыйып тапшырған, өмәлә ҡатнашҡан. Үктәй ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөҙәрисов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҫке Ҡарашиҙе юлдарын йүнәтеүҙән тыш урындағы эшҡыуарҙар көсө менән Һарт-Лабау ауылы урамдарына ла ҡырсынташ түшәлгән.